Күгәрсен районының Яңауыл ауылы халҡы көҙ менән хушлашырға ашыҡмай

Күгәрсен районының Яңауыл ауылы халҡы көҙ менән хушлашырға ашыҡмай 14.11.2016

Күптән түгел ауыл мәҙәниәт клубы Республика халыҡ ижады үҙәге иғлан иткән конкурсҡа ҡушылып,  «Әбейҙәр сыуағы» байрамына йыйылды.  

Яңауылдар ҡунаҡтарҙы көҙгө уңыштан әҙерләнгән  мул өҫтәлдәр менән ҡаршыланы. Самауыр сәйе, йыр-бейеү, уйын-көлкө һәр кемдең кәйефен күтәрҙе. Мәҙәниәт йортонда шулай уҡ «Көҙ байрамы» күргәҙмәһе ойошторолдо. Тамашасыларға халыҡ  ғөрөф- ғәҙәттәрен яҡтыртҡан театрлаштырылған тамаша күрһәтелде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика