Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында «Ҡорама байрамы» үтте

Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында «Ҡорама байрамы» үтте 08.04.2015

Уның маҡсаты – «Башҡортостан ҡыҙы» һәм «Бәйләнештә» сайтындағы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө берлектә ойошторған ҡорама конкурсына күберәк оҫтабикәләрҙе йәлеп итеү ине.    

Мәртәбәле сара райондың барлыҡ ағинәйҙәрен бергә йыйҙы. Ауылдың мәҙәниәт йортонда ойошторолған сағыу күргәҙмә байрамдың йөҙөк ҡашына әүерелде. Башҡорт тирмәһенең эсен хәтерләткән күргәҙмәне  сигеү һәм бәйләм эштәре, төрлө төҫтәге ҡорамалар биҙәне. Ағинәйҙәр тырышлығы менән халҡыбыҙҙың боронғо оҫталығы быуындан-быуынға күсә. Республика кимәлендә уҙғарылған конкурстың һәр төбәктә яҡлау табыуы ла ошоға ишара.
Ҡорама байрамына күрше Мәләүез районынан, Өфөнән дә ҡунаҡтар килгәйне. Ҡатын-ҡыҙҙар халҡыбыҙҙың изге ғөрөф-ғәҙәттәрен дауам итеүсе йыйындарҙы артабан да уҙғарып торорға килеште.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика