Күгәрсен районында «Йәйләү»  профилле  лагерын ябыу тантанаһы үтте 21.06.2016

Лагерь республикала балалар ялын ойоштороуҙағы үҙенсәлекле проект. Авторы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева уны республиканың мәғариф министрлығы менән берлектә алып бара.  Смена тамамланыу уңайынан Тәүәкәндә «Ырыуҙар йыйыны» тип исемләнгән һабантуй ойошторолдо.

Һәр башҡорт үҙ ырыуының тамғаһын, ҡошон, ағасын белергә тейеш. Күгәрсен районыныда быйыл беренсегә ойошторолған «Йәйләү» лагерында  ял иткән  балалар ошо хаҡта онотмаясаҡ.  Сменаның  һуңғы көнөндә Тәүәкән ауылында «Ырыуҙар йыйыны» тип исемләнгән балалар һабантуйы уҙғарылды.
Башҡорт халҡының төрлө ырыуҙарын күрһәткән балалар төркөмдәре уйнап, ярышып, төрлө бейеү, йырҙар башҡарып үҙ-ара көс һынаштылар. Һәр ырыуҙың үҙ батыры, һылыуы билдәләнде.
Бөтәһе йөҙҙән ашыу бала башҡорт халҡының рухы, тарихы,  йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре нигеҙендә тәрбиә ала алған, төрлө милли уйындар уйнап рәхәтләнеп ял иткән.
Программала барыһы өс ауыл мәктәбе ҡатнашҡан. Район мәғариф бүлеге белгестәре әйтеүенсә, киләһе йыл был эшкә тағы бер-нисә мәктәп ҡушыласаҡ.
Һабантуйҙың төп ҡунаҡтарының береһе «Йәйләү» лагерын башлап ебәреүсе яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева балаларҙың шатлығын уртаҡлашты. Ул тәрбиәселәргә үҙенең фәһемле кәңәштәрен еткерҙе, был эште дауам итергә саҡырҙы.
Әлеге көндә Күгәрсен районында меңдән ашыу уҡыусы бала йәйге мәктәп лагерҙарында ял итте, шулай уҡ «Мораҙым» тарлауығында урынлашҡан махсус балалар һауыҡтырыу лагеры эшләп килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика