Күгәрсен районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы 04.02.2015

Йола буйынса ҡунаҡтар иң тәүҙә яҙыусының тыуған ауылы Туйымбәттә урынлашҡан йорт-музейға туҡталды. Әҙибәнең тормош юлы, уның нәҫеленең шәжәрә ағасы менән танышҡандан һуң, тантаналы сараның икенсе өлөшө Мәҡсүт ауылының мәҙәниәт йортонда дауам итте. Сәхнәнән Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар яңғыраны, сығыш яһаусылар уның тураһында хәтирәләрен һөйләне.

Әйкәндәй, был көн күгәрсендәр өсөн икеләтә байрам булды. Халыҡ яҙыусыһы исемен мәңгеләштергән премияны тапшырыу  Күгәрсен районында «Әҙәбиәт йылы»н асыу тантанаһына тура килде. Унда райондың йәш шағирҙары, мәҙәниәт һарайы артистары, үҙешмәкәр коллективтар, һәүәҫкәр йырсылар сығыш яһаны. Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева иҫтәлегенә арналған видеофильм күрһәтелде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика