Ижади саҡырыу дауам итә

Ижади саҡырыу дауам итә 03.03.2015

Баш ҡалала былтыр мәҙәниәт һәм сәнғәт ветерандарына ярҙам итеү уңайынан акция иғлан ителгәйне. Уның сиктәрендә ҡатнашыусылар ижади номер башҡарып, эстафетаны артабан таршыра.

Бөгөн акцияға «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле ҡушылды. Солистар уларҙы ижади үрҙәргә яҡынайтҡан уҡытыусыларына ихтирам белдерҙе, рәхмәт һүҙҙәре әйтте. Эстафетаны артабан дауам итеү өсөн төрлө номерҙар башҡарылды.  
Венера Юлгилдина, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солисткаһы: «Беҙ мәҙәниәт ветерандарын бик яртабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Уларға һаулыҡ, оҙон ғүмер ғүмер, төшөнкөлөккә бирешмәүҙәрен теләйбеҙ…»
Һәр ижади номер башҡарыусы эстафетаны артабан өс кешегә тапшыра ала. Бынан, тыш, акция сиктәрендә ижад һәм мәҙәниәт ветерандары өсөн аҡса туплау бара. Бөгөнгә 60 мең һумға яҡын иғәнә йыйылған. Ижади марафон май айында күләмле концерт менән тамамланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика