Изге Рамаҙан айы

Изге Рамаҙан айы 06.06.2016

Тыуған ергә хужаларса ҡараш булдырыу, унын истәлекле урындарын тәртипкә килтереү, киләсәк быуынға калдырыу маҡсатында Баймаҡ районынын  Темәс фермерҙары һәм  Түбә ауылы халҡы  үҙ биләмәләрендә  изге урындарҙы төҙөкләндерә башланы.  Изге Рамаҙан айы башланыу унайынан  үткәрелгән тәүге өмә дин әһеле  Ғабдулла Сәидиҙең хәҙрәт ҡоҙоғо  булды.  

Был урын күренекле дин әһеле, мәғрифәтсе Ғабдулла  Сәиди исеме менән бәйләнгән.  Билдәле Зәйнулла ишандын дуҫы, Мөжәүир хәҙрәттен остазы, йылына 400-ләгән шәкерт уҡытып сығара алырлыҡ көсө булған мөғәллим, халыҡ медицинаһын яҡшы белгән уҡымышлы кеше тип таныйҙар уны был яҡтарҙа. Тап ошо ерҙә хәҙрәттен йәйләү урыны, эскән ҡоҙоғо булып, уның шәкерттәре менән бергә тау битләүендә шифалы үләндәр йыйыуын дин әһеленең вариҫтары - өсөнсө быуын вәкилдәре яҡшы белә. Ошо ерҙән унын ин бәләкәй ҡыҙы Файзаны 33 аҡ пар ат егеп кейәүгә оҙатҡандар. Уны Файза юлы тип йөрөтәләр.
Темәс ауылы фермеры Ишдәүләт Ғибәҙәтов бынан 15 йыл элек тә  хәҙрәт ҡоҙоғон тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән. Ләкин йылдар үтеү менән ҡоҙоҡ биләмәләре йәнә сафтан сыҡҡан. Изге урындың әһәмиәтен аңлап етмәү, тәбиғәткә  һаҡһыҙ ҡараш тәртипһеҙлектең төп сәбәбе лә. Өмә башлаған фермерға Түбә ауылы егеттәре, район предприятиелары ярҙамға килә. Ошо урындан ғына 12 машина ләм сығарыла, уның биләмәләре  бысраҡтан таҙартылып, кәртәләнеп ҡуйыла.
Шуныһы әһәмиәтле, Изге Рамаҙан айы башланғанда таҙартылып тәртипкә килтерелгән хәҙрәт шишмәһе янына район мәсетттәренең дин әһелдәре йыйылды. Улар ошо ергә аят бағышланы, киләһе мул уңыштар өсөн теләк намаҙҙарын уҡып аллаһ тәғәләнән бәрәкәтле йыл, ямғырҙар һораны.
Сара һуңында Ғабдулла Сәидиҙең вариҫтары һәм теләгән кешеләр изге ғәмәлдәр менән ҡорбандар салды, килгән кешеләрҙең береһен дә ҡалдырмай буҙа, ҡорбан ашы менән һыйланы. Изге ерҙән таҙа, саф һыу алып матур теләктәр менән таралышты килгән ҡунаҡтар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика