Ишембай ҡалаһының «Еңеү паркы»нда тантаналы рәүештә совет һалдатына һәйкәл асылды

Ишембай ҡалаһының «Еңеү паркы»нда тантаналы рәүештә совет һалдатына һәйкәл асылды 15.06.2017

Композиция авторы скульптор-монументалист һәм архитектор Денис Стритович. Ишембай нефтселәре һуғыш йылдарында илде 4, 5 миллион тоннаға яҡын «ҡара алтын» менән тәьмин иткән.

Баку ҡалаһынан Ишембайға эвакуацияланған Сталин исемендәге заводта Катюшалар өсөн хәрби припастар сығарған. Ишембай ҡалаһы һәм районынан барлығы 26 меңдән ашыу һалдат фронтҡа алынған, уларҙың ун меңгә яҡыны яу яланында ятып ҡалған. Хәрби дан музейы эҙләнеү-ҡаҙыныу эштәрендә тапҡан фронттағы каскалар, снарядтар һәм башҡа экспонаттарҙы тапшырҙы. Еңеү паркында хәрби ялан кухняһы эшләне. Һәйкәл Рәсәй хәрби-тарихи йәмәғәт ойошмаһы тырышлығы менән ҡуйылды.  
Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе, Рәсәй хәрби-тарихи төбәк йәмәғәт бүлеге етәксеһе: «Рәсәй буйынса бындай һәйкәлдәр өсәү. Уларҙың икәүһе Башҡортостанда. Береһен Ҡырмыҫҡалы районында астыҡ икенсеһен Ишембай ерендә. Совет һалдатын һынландырған һәйкәлдәрҙең  республиканың мемориаль майҙансыҡтарында күбәйеүен теләйбеҙ».  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика