Иртәгә Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге 21-се халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале башлана 22.05.2017

Быйыл ул СССР-ҙың халыҡ артисы Юрий Григоровичтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала. Республикаға  бөтә донъянан билдәле балет оҫталары килеүе көтөлә. Улар иҫәбендә Париж операһы солистары, Сан-Франциско балеты, Рәсәйҙең Ҙур  дәүләт академия театры, Краснодар крайы, Екатеринбург һәм Силәбе ҡалалары  опера һәм балет театрҙары бар.

Фестиваль «Сыңрау торна» балеты менән асыла. Төп ролдәрҙә Башҡортостандың халыҡ артистары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  Гөлсинә Мәүлекәсова менән  Илдар Манапов, Сергей Бикбулатов һәм балет труппаһының башҡа актерҙары сығыш яһай. Фестиваль 2 июндә балет сәнғәте йондоҙҙары ҡатнашлығында Гала-концерт менән тамамлана.    
Илмар Әлмөхәмәтов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры: «Быйыл фестивалгә Өфөлә бер тапҡыр ҙа булмаған балет оҫталары килә. Улар ҡасандыр Рудольф Нуриев бейегән сәхнәлә сығыш яһау оло мәртәбә булыуын билдәләй. Екатеринбург опера һәм балет театры «Ромео һәм Джульетта»ны алып килә, ул  ике тапҡыр «Алтын битлек» фетивале номинацияһына лайыҡ булған. Силәбеләр «Эсмеральда»ны ҡуя. 21-се тапҡыр үткәрелгән сара тамашасылар күңелендә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырыр тип ышанам».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика