«Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле дуҫтарын йыйҙы 16.12.2016

Өфөнөң Конгресс-Холл бинаһында  Башҡорт дәүләт университеты ынйыһы - ижади коллективтың концерты аншлаг менән үтте.  Ансамбль 45 йыл элек БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Екатерина Варламова тарафынан ойошторола.

Ул художество етәксеһе булараҡ студенттарҙы хореография оҫталығына өйрәтә башлай. «Ирәндек» ысын мәғәнәһендә халыҡ бейеүҙәренә, башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү мәктәбенә әйләнә.
Байрам тамашаһын ҡарарға төрлө йылдарҙағы сығарылыштар ҙа килгәйне. Улар ҙа остаздары, яңы быуын солистары менән күрешеүгә ифрат шат ине.
«Ирәндек» -  Башҡортостандың билдәле бейеү коллективтарынан һанала. Студенттар бөгөн дә Бөтә Рәсәй конкурстарынан  тыш, сит илдәрҙә лә сығыш яһап, башҡорт халыҡ бейеүҙәре, бай репертуары менән төрлө сәхнә тамашасыһын таң ҡалдыра. Ансамблдең  уҙған йылдар сығарылыш төркөм солистары ла сираттағы юбилей концертында ҡатнашып, хореография донъяһынан айырыла алмауын белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика