Илемде данлай ҡурай

Илемде данлай ҡурай 08.04.2016

Хәйбулла  районында Сәйфулла Дилмөхәмәтов исеменә  төбәк-ара ҡурайсылар конкурсы уҙҙы. Милли музыка ҡоралында уйнау оҫталығында  был юлы йәш ҡурайсылар көс һынашты.

Хәлил Аслаев  оҙаҡ  йылдар дауамында мәктәптә балаларҙы ҡурай серҙәренә төшөндөрә. Милли музыка ҡоралының үҙенсәлектәре хаҡында  ул күпте белә. Ҡурай  түңәрәгенә  балалар теләп йөрөй. Йәш музыканттар ошондай  бәйгеләрҙә  оҫталығын һынай.
Ҡурай күберәк ир- егеттәр  музыка ҡоралы булараҡ танылған. Ә бына Бүребай сәнғәт мәктәбе  тәрбиәләнеүсеһе  Алина Сыңғыҙова  был фекер менән  килешмәй. Ҡыҙ бер нисә йыл дауамында  кинәнеп ҡурай моңдарын  өйрәнә һәм үҙе лә киләсәктә балаларҙы  ҡурай нескәлектәренә төшөндөрөргә ниәтләй.
Сәйфулла Дилмөхәмәтов мәшһүр ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәне Йомабай Иҫәнбаевтың традицияларын дауам итеүсе. Яҡташтары  уның хөрмәтенә йыл  һайын ҡурайсылар бәйгеһе ойоштора. Быйыл сәхнәгә республиканың күпселек район-ҡалалары, күрше Ырымбур һәм Силәбе өлкәһе вәкилдәре сыҡты.
Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә 13 ансамбль һәм 30-ҙан ашыу яңғыҙ башҡарыусы ҡурайҙа уйнау оҫталығын күрһәтте. Район шарттарында ғына  башланып киткән конкурс төбәк-ара кимәлгә күтәрелде. Халҡыбыҙҙың мәшһүр музыка ҡоралын йәш быуын йәшәтергә һәм йәшәртергә әҙер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика