Иглин балалар музыка мәктәбенә 50 йыл

Иглин балалар музыка мәктәбенә 50 йыл 15.05.2017

Йәш сәхнә оҫталары күркәм датаны бай йөкмәткеле  тамаша менән билдәләне. Иглин музыка мәктәбе  ата-әсәләрҙең һорауы буйынса 1966 йылда асыла.  Тәүҙә уҡытыусылар ҙа, түңәрәктәр ҙә аҙ ғына була.  Әммә йылдар үтеү менән музыка мәктәбе  йәш һәләттәр әҙерләүсе төп мәркәзгә әүерелә.

Бында шөғөлләнергә теләүселәр  артыуын иҫәпкә алып тәүҙә Урман, Оло Тәләк  тә, һуңғараҡ Балтика,  Таутимән, Күҙәй ауылдарында филиалдар асыла.  10 йыл элек музыка мәктәбенә РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мәғәфүр Хисмәтуллиндың исеме бирелә.  Иглин мәктәбе бөгөн республиканың мәҙәни донъяһында лайыҡлы урын биләй, күп сығарылыш уҡыусылары киләсәген сәнғәт менән бәйләй, ә түңрәктәрҙә шөғөлләнеүселәр Башҡортостан данын яҡлай.
50  йыллыҡ юбилейға арналған байрам концерты педагогтарҙың һәм уҡыусыларҙың сығыштары менән үрелеп барҙы. Ата-әсәләр фекеренсә, музыка мәктәбе күптән балаларҙың икенсе тыуған йортона әйләнгән. Был берҙән, буш ваҡытты файҙалы үткәреү мөмкинлеге бирһә, икенсенән, уҡыусылар  йыр-моң донъяһында  матурлыҡты тойорға өйрәнә. Музыка мәктәбендә шөғөлләнеүселәр район, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙың уртаһында ла ҡайнай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика