Иҫән булһа, бөгөн шағир Рәшит Назаровтың 70 йәшен билдәләр инек 01.11.2014

2006 йылда 62 йәшендә вафат булған әҙиптең тормошо һәм ижады - башҡорт шиғриәтенең ғорурлығы һәм һағышы. Тыуған  яғы Ауырғазы районында Рәшит Сәйетбаттал улының яҡты иҫтәлегенә арналған саралар үтте.

Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылы - меркет-мең ырыуы башҡорттарының ҙур тарихлы йәнтөйәге. Шағир Рәшит Назаровты, көрәшселәр Вәкил менән Юнир Ильясовты биргән ырыҫлы ер. Ауырғазы һәм күрше райондарҙан килгән көрәшселәр Рәшит Назаровтың тыуған көнөн махсус турнир менән ҡотлап, билдәләп үтте. Шағирҙың рухы иҫтәлегенә башҡорт милли көрәш  оҫталарын уның ауылдашы Марат Ирбәков йыйҙы. Ул үҙе көрәшсе, Нижневартовск ҡалаһында йәшәй, тыуған ауылының байрамдарын ойоштороусы.
Рәшит Назаровтың тыуыуына 70 йыл тулыу көндәрен ауырғазылар шиғыр һөйләүселәр конкурсы менән ҡаршыланы. Район буйынса үткән шиғри бәйгелә уҡыусы балалар Рәшит Назаров шиғырҙарын башҡорт, рус,татар, сыуаш, мордва телендә тәржемәлә яңғыратты.
Төрөмбәт мәктәбендә Рәшит Назаровтың айырым музейы, һүрәттәр конкурсы, Рәшит Назаров уҡыуҙары үтте, юбилей уңайынан ремонтланған мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы йыйылды. Ауыл халҡының ихлас йыйыны шиғыр, ҡурай моңо, йыр-бейеүҙәр менән гөрләп торҙо, сәхнәнән яңғыраған ҡотлауҙар һәр кемдең үҙенә төбәлгәндәй булып, күңелдәр шағирға һәм уның яҡташтарына рәхмәт хисе менән тулды.
Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында үткән шиғри тантана бөтә Башҡортостан мәктәптәрендә, әҙәби түңәрәктәрҙә, интернет селтәрендә  шағир Рәшит Назаровты иҫкә алыу һәм хөрмәтләү кисәләренең бер өлөшө генә.
Башҡорт шиғриәтенең сағыу йондоҙо булған Рәшит Назаров һәр заманда ла фәһемле һәм яҡты ижад өлгөләре бүләк иткән. Шағирҙың илаһи уй-хыялдары һәр кем йөрәгенә барып етә.
Сәрүәр Сурина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика