Иҙел башында 5-се ҡатай йәштәре йыйыны үтте 23.08.2016

Күләмле сарала Балаҡатай, Ҡыйғы райондары йәштәре,  күрше Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре вәкилдәре лә  ҡатнашты. Майҙанда ҡатайҙарға һәм тотош башҡорт халҡына хас ярыштар ойошторолдо, сәхнәнән милли йыр-моң яңғыраны.

Иҙел башының хозур тәбиғәтле төбәге, йәмле Кирәл итәгенә йыйылды быйыл ҡатай йәштәре. Ҡоҙғон ҡатайҙарға ҡараған Әхмәр ауылында ырыуҙаштар байрамына әҙерлек йыл дауамында барҙы. Халҡыбыҙҙың күркәм йолаһы буйынса ул ололарҙы хөрмәтләүҙән башланды. Байрам ҡунаҡтары  республика йыр сәнғәте оҫтаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Хәмзиндың ҡәберенә сәскәләр һалды.
Ырыу йыйыны тарҡаулыҡҡа түгел, киреһенсә, берҙәмлеккә өндәй. Ҡатмарлы геополитик шарттарҙа Рәсәй халҡы өсөн нәҫел тамырҙарын белеү илһөйәрлектең иң сағыу сағылышы тип билдәләнде байрам сәхнәһенән яңғыраған телмәрҙә.
Ҡатай йәштәре йыйыны рәсмилектән ситтә. Бишенсе йыл рәттән ул халыҡ ихтыяры һәм көсө менән ойошторола. Байрамда ҡатнашыусы абруйлы шәхестәр йыйынға ни бары ҡунаҡ итеп саҡырыла.  
Тарихи мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ҡатайҙар халҡыбыҙҙың иң боронғо һәм ҡеүәтле ырыуҙарының береһе. Үҙ ваҡытында улар Туҡтамыш хандың ғәййәр һуғышсылары булған. Уларҙың был үҙенсәлеге спорт уйындарында ла сағылыш тапҡан. Һыбайлылар алышы архив сығанаҡтарына таянып, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең көсө менән тергеҙелгән. Ул «Ҡатай көрәше» тип атала, ти йыйында ҡатнашыусылар. Көс-ғәйрәтте һынаусы тағы ла бер ярыш таш ырғытыу. Ул да таулы-урманлы төбәктәрҙе үҙ иткән ҡатайҙарҙа киң таралған булған. Ваҡыт үтеү менән онотолған, әммә йыйын тарихи үткәндәргә яңынан йән өрөргә мөмкинлек бирә.
Кирәл итәгендә  был кистә  «Тархан», «Елмерҙәк» төркөмдәренең рухлы йырҙар яңғыраны. Байрамға килеүселәрҙе башҡа  эстрада йондоҙҙарының сығышын ҡарап ҡыуанды. Ҡатай йәштәре һәм уҙамандарының иң әүҙемдәренә бүләктәр тапшырылды. Киләһе йыл күркәм байрамды уҙғарыу урыны итеп иһә мәғрүр Ирәмәл итәгендә урынлашҡан Мәхмүт ауылы һайланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика