Гәүһәр ҡала тылсымсыһы Яңы йыл мөғжизәһе бүләк итә 31.12.2015

Республика профсоюздары Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театрында шыршы байрамы уҙғарҙы. Тамашаға Башҡортостандың төрлө төбәктәренән кескәйҙәр йыйылған.

Шыршы тирәләй әйләнеү, күңелле уйындар, йыр-бейеү.  Байрам кәйефе театр фойеһында уҡ башлана. Бында кескәйҙәр өсөн Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, төрлө әкиәт геройҙары ҡатнашлығында күркәм тамаша әҙерләнгән.  Сара балалар күңеленә хуш килде. Әлшәй районынан байрамға  30 уҡыусынан торған төркөм килгән, улар барыһы ла уҡыу, йәмәғәт алдынғылары.
Башҡортостандың профсоюз федерацияһы Яңы йыл  мәлендә тиҫтәгә яҡын шыршы байрамы үткәрә. Быйыл сарала  «Минең-ата әсәйемдең һөнәре» тигән республика конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Ижади бәйгелә төрлө ҡала-райондарҙан  3 меңдән ашыу бала ҡатнашҡан. Ойоштороусылар әйтеүенсә,  малаө-ҡыҙҙар көткән яңы йыл мөғжизәһен бүләк итеү төп бурыс булып тора.
Театрҙа кескәйҙәр өсөн «Гәүһәр ҡала тылсымсыһы» тигән спектакль дә әҙерләнгән. Балалар Элли исемле ҡыҙыҡай  менән бергә дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә, алдашмаҫҡа, ярҙамсыл булырға өйрәнде. Артистар әйтеүенсә,  кескәйҙәр өсөн әҙерләнгән спектакль йөкмәткеле, сағыу һәм тәрбиәүи әһмиәткә эйә булырға тейеш.
Профсоюздар федерацияһы тарафынан  ойошторолған шыршы байрамдары  3 ғинуарға тиклем дауам итә. Сәхнә оҫталары кескәй дуҫтарын көтөп ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика