Өфө һынлы сәнғәт галереяһында Татарстан  рәссамдарының  күргәҙмәһе  асылды 16.06.2016

Бер айға иҫәпләнгән экспозицияның ойоштороусылары булып  ике республиканың мәҙәниәт министрлыҡтары сығыш яһай. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолған проектта беҙҙең рәссамдар ҙа ҡатнаша. Уларҙың эштәре 24 июндән Ҡазандың «Хазина» милли галереяһына ҡуйыласаҡ.

Тәжрибә уртаҡлашыуға ҡоролған бындай саралар һуңғы тапҡыр уҙған быуаттың 80-се йылдарында  ойошторолған. 40 йыл элек һынлы сәнғәт мәктәбен тамамлаған Фәйзрахман Исмәғилев менән Рөстәм Ғәббәсов өсөн был күргәҙмә  көтөп алынған. Улар ижади осрашыуға шатланып бөтә алмай.
Татарстан рәссамдар берлегенең 80 йыллығы айҡанлы ойошторолған күргәҙмәлә профессиональ оҫталарҙың әҫәрҙәре менән бер рәттән йәш авторҙарҙың да ижад емештәре урын алған. Жанры һәм тематикалары буйынса төрлө эштәр һынлы сәнғәт һөйөүселәрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм һоҡланыу уята. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан рәссамдарының картиналары Ҡазанға ебәрелгән.
Проект ҡыл ҡәләм оҫталарын һәм сәнғәт һөйөүселәрҙе берләштерә. Ике республика вәкилдәре лә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында үткән күргәҙмәләрҙә даими ҡатнаша. Бөгөнгө кеүек осрашып, әҫәрҙәрҙе анализлап, бер ни кимәлдә сағыштырыу үткәреүҙе кәрәк тип таптыҡ, ти Башҡортостан рәссамдар берлеге рәйесе урынбаҫары Әмир Мәжитов.
Ижади аралашыу яҡтар өсөн үҙе бер оло мәктәп. Проект төбәк-ара бәйләнеште нығытыуға, һынлы сәнғәттең үҫешенә йоғонто яһар, тигән ниәттә ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика