Өфөнөң «Мираҫ» галереяһында Мәскәү рәссамы Милә Ғатауллинаның «Мәтрүшкәле сәй» тип аталған шәхси күргәҙмәһе асылды 13.05.2015

Унда 50-гә яҡын сәнғәт әҫәрен күрергә мөмкин.

Эштәрҙең барыһы ла тыуған төйәккә, уның халҡына һөйөү менән һуғарылған. Ошо эштәрҙең күбеһе Мәскәүҙә, Америкала, башҡа ҡалаларҙа күрһәтелде, әммә минең өсөн яҡташтарымдың фекере бик мөһим, тине үҙ сығышында Милә Ғатауллина. Рәссам Өфөлә тыуып үҫкән, 2-се балалар художество мәктәбендә белем алған. 1998 йылда Мәскәү дәүләт художестволы сәнғәт академияһын тамамлай. Шул ваҡыттан алып Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә 100-ҙән ашыу күргәҙмәлә ҡатнаша. Уның картиналары Мәскәүҙең Заманса сәнғәт музейында, Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика