Өфөнөң халыҡ ҡаҙаныштары һәм күргәҙмәләр залында "Арт-Өфө 2015" сәнғәт форумы иртәгә үҙ эшен тамамлай 30.07.2015

Ҙур һәм кәрәкле проект үҙ эшен йомғаҡлар алдынан матур йолаға әүерелгән балалар көнөн үткәрә.

"Арт -Өфө 2015" сәнғәт форумы үҙ эшен иртәгә тамамлай. Күргәҙмәне ойоштороусылар бөгөн балалар көнөн үткәрә. Уларға концерт һәм һүрәт төшөрөү конкурстары ла ойоштороласаҡ. Ғаиләләр һуңғы форсаттан файҙаланып, сәнғәт өлгөләре менән танышып ҡалырға ашыға.Улар араһында хатта, Сорғот һәм Мәскәү ҡалаларынан килеүселәр ҙә бар. Күргәҙмәне 300 меңдән ашыу кеше ҡараған. Ике йылдан Өфөлә тағы ла ошондай ҙур сәнғәт форумы ойоштороласаҡ.

Халыҡтың күпселек өлөшө йәйге ялда булыуына ҡарамаҫтан, күргәҙмәләр һәм экспозициялар залы буш түгел. Сәнғәткә тартылыусы өлкәндәр бала-сағаларын ысын ижадҡа яҡын итеп тәрбиәләргә теләй. "Арт Өфө -2015" сәнғәт форумы был йәһәттән үҙ маҡсатына иреште тип әйтергә була. Күргәҙмәне  ҡараусы халыҡ һирәк шөғөлдәр оҫталарының эш нескәлектәрен дә өйрәнә алды.

Мәҙәниәт министрлығы, "Мәрхәмәт" хәйриә фонды, ҡала хакимиәте ҡатнашлығындағы сағыу сара баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтары күңелендә яҡты хәтирә булып оҙаҡ һаҡланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика