Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә йәш кино төшөрөүселәр түңәрәге эшләй

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә йәш кино төшөрөүселәр түңәрәге эшләй 09.11.2015

«Үҫмер» клубы ойошторған бөтә саралар ҙа тиерлек профессиональ видеокамераларға төшөрөлә. Йәш кино оҫталары бигерәк тә йәйәүле походтарҙы, юлда булған мажараларҙы объективта һынландырып бара. «Ералаш» кеүек юмористик рухтағы кинотаҫмаларҙа ла ҡыҙҙар, малайҙар әүҙем ҡатнаша.

Ирина Леонидовна етәкләгән «Ералаш» түңәрәгендә утыҙҙан ашыу үҫмер шөғөлләнә. Ҡыҙыҡлы диалогҡа ҡоролған бәләкәй сәхнәләрҙе  улар үҙҙәре лә тәҡдим итә. Балаларҙың фантазияһы ҡушылған видеояҙмалар ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ килеп сыға.
Өсөнсө синыф уҡыусыһы Данил Аллабирҙин объективынан бер генә сағыу кадр ҙа ситтә ҡалмай. Улар шөғөлләнгән «Үҫмер» клубында ҡул эштәренән торған музей бар. Ундағы экспонаттарҙы ҡыҙҙар, малайҙар үҙ ҡулдары менән эшләгән. Походтарҙа табылған минералдар һәм ағас һындарға һоҡланмаған кеше юҡ. Данил да үҙенең видеофильмы уңышлы булһын өсөн бар тырышлығын һала.
Михаил Тимохин, «Үҫмер» клубы етәксеһе, Башҡортостан йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының почетлы хеҙмәткәре: «Беҙҙә шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр эҙләнеүсән һәм тырыш. улар менән төрлө тауҙарға артылабыҙ, ер-һыу өйрәнәбеҙ, видеоконкурстарҙа ҡатнашып беренсе урындар алабыҙ».
Был бүлмәлә йәш көлкө эйәләре ҡыҫҡа метражлы фильмдар, «Ералаш» ҡорай. Әлегә бәләкәй генә бүлмәләрҙә шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр киләсәктә бөтә Рәсәйҙә билдәле кеше булырға хыяллана.
Биш йыл элек ташландыҡ бүлмәләрҙә асылған «Үҫмер» клубы бөгөн танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Бында шөғөлләнеүселәр видеофильмдар  һәм кино төшөрөүҙән тыш һынлы сәнғәт серҙәренә төшөнә, моңға тартылыусылар вокал туңәрәгендә шөғөлләнә.170-тәш ашыу ҡыҙ һәм егет буш ваҡытын әрәмгә түгел, зауыҡлы һәм файҙалы шөғөлдәргә менән үткәрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика