Өфөнөң Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Баныу Вәлиеваның 100 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте

Өфөнөң Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Баныу Вәлиеваның 100 йыллығына арналған хәтер кисәһе үтте 18.02.2015

Сараны Театр эшмәкәрҙәре союзы ойошторҙо. Кисә уңайынан опера сәнғәте оҫтаһының яҡты иҫтәлегенә арналған документаль фильм күрһәтелде, ижадташ дуҫтары хәтирәләре менән уртаҡлашты. Концертта башлыса вокал сәнғәте белгесе, профессор Баныу Нурғәли ҡыҙының уҡыусылары сығыш яһаны.

Мәшһүр йырсы Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһын тамамлағандан һуң оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Опера спектаклдәрендә төп партияларҙы башҡара, йырсы булараҡ танылыу яулай. 1967 йылдан педагогик эшмәкәрлеген башлай. Уның ҡанаты аҫтында Геннадий Родионов, Тәнзилә Үҙәнбаева, Флорида Исмәғилева, Олег Килмөхәмәтов кеүек билдәле сәнғәт әһелдере үҫеп сыға.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку