Өфөлә йәшәүсе Марсель Сабиров  «Голос. Дети» проектында ҡатнашып үҙенсәлекле тауышы менән билдәле йырсыларҙы таң ҡалдырҙы 26.03.2016

Кастингтан ул артабанғы  турға  үткәйне. Тамашасылар уның сығышын кисә беренсе каналда  ҡарай алды.

Ҡасандыр Робертино Лореттиға билдәлелек алып килгән йыр Өфөлә йәшәүсе 11 йәшлек Марсель Сабировты ла бөтә илгә танытты.  Беренсе каналда барған «Голос. Дети» проектында уға жюри  бөтә составында йөҙ менән боролдо.  
Марселдең кастинг үтеп проектҡа һайлап алыныуын ишеткәндән бирле  яҡташтары уның сығышын көттө. Ә бәләкәй йондоҙ был ваҡытта тиҫтерҙәре менән Башҡорт опера һәм балет театрындағы  балалар студияһына репетицияларға йөрөнө. Останкино сәхнәһендә йырларға батырсылыҡ иткән малай ырымдарға ышана.    
Марсель Сабиров, «Голос. Дети» музыкаль проектында  ҡатнашыусы: «Миңә яуаплы сығыштар алдынан  уҡытыусым талисман бирә. Ул бик ҡәҙерле һанала, сөнки  80-се йылдарҙан бирле килә. Ул бер таҫма, унда нимә яҙылғанын уҡығаным юҡ».
Марсель  баҫалҡылығы менән айырыла. Уның федераль кимәлдәге проектта ҡатнашыуын күптәр белмәй ҙә ҡалған.
Любовь Липатова, балалар опера студияһы хормейстры: «Хәҙер балалар шул тиклем әүҙем. Улар әсәһе менән проектҡа ғариза ебәреп, кастингка саҡырыу алғас ҡына әйттеләр».
Марсель Сабиров Өфөнөң 39-сы гимназияһында уҡый. Музыканан тыш,  техника менән мауыға. Күсермәле аккумулятор эшләп алған - был шөғөл атаһынан күскән.  Музыкаға һөйөүе әсәһе менән олатаһынан килә.  
Эльмира Сабирова, Марсель Сабировтың әсәһе: «Атайым профессиональ музыкант, йырсы ине. Мин дә сәнғәт училищеһын тамамланым. Балалар баҡсаһында уҡ музыка белгесе уның был һәләтен белеп байрамдарҙа йырларға ҡуша ине».
Ә шулай ҙа бер процент талант эргәһендә туҡһан туғыҙы - тырышлыҡ. Проектҡа эләгеү менән Марсель туҡтап ҡалырға уйламай. Ул тауышын үҫтереү өҫтөндә эшләй. Артабан Мәскәүҙә  Башҡортостан данын яҡлау өсөн.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика