Өфөлә IV«Иҙел» башҡорт һәм татар йыры халыҡ-ара фестиваль конкурсы үтте

Өфөлә IV«Иҙел» башҡорт һәм татар йыры халыҡ-ара фестиваль конкурсы үтте 04.11.2014

Унда профессиональ башҡарыусылар, шулай уҡ махсус урта белем биреү һәм юғары уҡыу йорттарының вокал бүлектәре студенттары  ҡатнашты.

Был байрамдың маҡсаты - ике туғандаш халыҡтың профессиональ сәнғәтен һәм мәҙәни хеҙмәттәшлеген үҫтереү. Конкурста башҡорт һәм татар халыҡтарының оҙон көйҙәре, шулай уҡ бөгөнгө композиторҙарҙың эстрада йырҙары яңғыраны. Фестивалдә Башҡортостан менән Татарстандан тыш, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Силәбе, Омск,  Латвия, Үзбәкстан, хатта  Ҡытайҙан да  башҡарыусылар ҡатнашты. Азия илендә тыуып үҫкән Ирйән Бикчәнтәев әйтеүенсә,  бындай фестивалдәр халыҡтар араһындағы дуҫлыҡтың сағыу өлгөһө булып тора.
Фестивалдә билдәле сәнғәт әһелдәре йәш башҡарыусылар менән тәжрибә уртаҡлашып, оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Улар фекеренсә, бындай саралар - ижад юлын башлаусы йәш таланттарға артабан үҫеү һәм билдәлелек яулау өсөн ҙур этәргес. Үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ тауыштар араһынан «иң-иң»дәрҙе  абруйлы жюри баһаланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика