Өфөлә билдәле рәссам Иван Айвазовскийҙың ижадына арналған тәүге мультимедия күргәҙмәһе асылды 15.06.2017

Экспозиция Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург һәм Новосибирск ҡалаларында ла уңышлы үткән.

Иван Айвазовскийҙың 6 меңдән ашыу картинаһы бар. Күп эштәре Феодосиялағы йорт музейында һаҡлана. «Ван Гог - тере һүрәттәр» проекты авторҙары ойошторған әлеге күргәҙмәлә ижадсының йөҙҙән ашыу эше ҡуйылған.
Евгений Гудов, «Люмьер-холл»  музейы генераль директоры: «Күргәҙмәгә иң ҡыҙыҡлы эштәрҙе йыйҙыҡ. Беҙ төрлө ҡалалар буйлап йөрөнөк, һәм иң билдәле йөҙҙән ашыу картинаны һайлап алырға тырыштыҡ. Улар анимация рәүешендә, хронологик тәртиптә эшләнгән».
Юғары сифаттағы проекторҙар аша тамашасылар меңәр саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡара диңгеҙ акваторияһын, пейзаждарҙы  күрә, тарихы менән таныша ала. Төрлө эффектар ярҙамында һуғыш, кораблдәр, атыш тауышын, күк күкрәүен ишетергә лә мөмкин.
Ирина Речистер, «Тылсымлы лампа» байрам үҙәге директоры: «Мин Иван Айвозовскийҙың Ҡырымда урынлашҡан музейында булдым. Уның ижады менән танышмын. Санкт Петербургта, Сочиҙа үткән «Ван Гог - терелгән һүрәттәр» күргәҙмәһен дә ҡараным».
Баш ҡалала күргәҙмә 15 июндән 27 авгусҡа тиклем эшләй. Уның ишектәре һәр кем өсөн асыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика