Өфө дәүләт циркында экстремаль-шоу

Өфө дәүләт циркында экстремаль-шоу 20.07.2016

23 июлдән 28 августҡа тиклем ағалы-ҡустылы Шатировтар сағыу тамаша күрһәтә.  Улар баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын Гиннестың "Рекордтар китабына" ингән номерҙар, төрлө йәнлектәр, мотоциклдарҙа ҡабатланмаҫ номерҙар менән ҡыуандырырға йыйына.  Әлеге көндә труппа ҡыҙыу әҙерлек алып бара.

Иң аҡыллы, наҙлы, эшһөйәр. Был һүҙҙәр 16 йәшлек Цезарь ҡушаматлы арыҫлан тураһында. Ул ысын мәғәнәһендә иркә бесәй кеүек. Хайуандарҙы  өйрәтеүсе Александр Шатиров билдәләүенсә, әкиәттәге йәнлектәр батшаһы ҡолаҡ артын һыйпатырға ярата. Тамашала сығыш яһарға елкенеп тора.

Цирк майҙанында ҡатмарлы акробатик номерҙарға репетиция яһайҙар. Уларҙы хатаһыҙ башҡарыр өсөн көн һайын көсөргәнешле күнекмәләр талап ителә. Акробаттар командаһы 10 кешенән тора. Тамашала профессионалдар Гиннестың "Рекордтар китабына" ингән уникаль номерҙы ла күрһәтәсәк. Сығыш яһаусылар араһында йәш балалы әсәләр ҙә бар.

Ағалы-ҡустылы Шатировтарҙың береһе цирк артистарының маһирлығын камиллаштырһа, икенсеһе хайуандарҙы өйрәтә. Уларҙың ҡул аҫтында аттар, ике игеҙәк дөйә, крокодил, маймыл, һигеҙ питон бар.

Был Аргон ҡушаматлы  ат ағалы-ҡустылы Шатировтар циркының тағы бер йондоҙо. Ул “һыбайлы ҡыҙ гротескы”нда сығыш яһай. Экстремаль һәм акробатик номерҙарға бай тамаша Өфө дәүләт циркында 23 июлдән башлана.

Көтөп алынған иң экстремаль номер - Ҡыйыулыҡ шары. Сәхнәлә страховкаһыҙ өс байкер сығыш яһай, уларҙың береһе 18 йәшлек ҡатын-ҡыҙ. Уларҙың сығышын Рәсәй циркында башҡа берәү ҙә ҡабатлай алмай. Сараның премьераһы шәмбегә тәғәйенләнгән. Быға тиклем ҡыҙыу әҙерлек эштәре башҡарыла, номерҙар камиллаштырыла, яҡтылыҡ ҡоролмалары урынлаштырыла. Өфө тамашасыһын ағалы-ҡустылы Шатировтарҙан сағыу костюмлы, уникаль номерлы экстремаль шоу көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика