Екатеринбургтар иң һылыу башҡорт ҡыҙын асыҡланы

Екатеринбургтар  иң һылыу башҡорт ҡыҙын асыҡланы 16.03.2015

Уралдың баш ҡалаһында тәүге тапҡыр ойошторолған «Һылыуҡай» конкурсында  19 йәшлек Зөлфиә Абыҙгилдина еңеү яуланы.

Екатеринбургта үткән матурлыҡ бәйгеһенең еңеүсеһе Көньяҡ Урал дәүләт медицина университетында белем ала. Башҡорт бейеүҙәрен, йырҙарын ярата,  спорт менән шөғөлләнә.  Һылыуҡайға  башҡорт милли  биҙәүестәр  бүләк ителгән, башҡа  ҡатнашыусыларға ла  ҡимммәтле бүләктәр, дипломдар тапшырылған. Конкурсты Свердловск башҡорттары  йәмғиәте, өлкә башҡорттары ҡоролтайы, «Уралым» йәштәр  союзы ойошторған.  Башҡортостандың Урал төбәктәрендәге даими вәкиллеге лә ярҙам күрһәткән.  Интернетта тауыш биреү буйынса финалға биш һылыуҡай сыҡҡан. Ҡатнашыусылар  милли костюмдарҙа сығыш яһаған,  башҡорт йырҙарын, бейеүҙәрен башҡарған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика