Екатеринбург ҡалаһында XIV төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте көндәре үтте 22.11.2016

Быйылғы фестиваль Шәжәрә байрамына арналды. Ғаилә тарихын өйрәнеү милләттең үткәненә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, киләсәк быуындарға нәҫел тамырҙарын өйрәнеүгә этәргес бирә. Халыҡ ижады йортонда Свердловск өлкәһе башҡорттарының шәжәрәһе менән танышырға мөмкин ине.

Төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған милләттәштәребеҙ сараға етди әҙерләнеп килә, бай материалды улар халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре аша еткерҙе. Шәжәрәне өйрәнеүҙең әһәмиәте хаҡында түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо. Унда билдәле башҡорт ғалимдары һәм тарихсылары нәҫел ағасын төҙөү буйынса үҙ кәңәштәрен әйтте, методик ҡулланмалар тәҡдим итте.  
Фестивалдә «Йәдкәр» башҡорт театр коллективы ла ҡатнашты, улар башҡорттарҙың тарихын сәхнәләштерҙе. Байрамға Сибай дәүләт филармонияһы артистары ла саҡырылғайны. Әйткәндәй, өлкәлә башҡорт халҡының милли һәм мәҙәни ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса төбәк хакимиәте етәкселеге менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. 2002 йылда Башҡорт мәҙәниәте фестивален ойоштороу буйынса Свердловск өлкәһе губернаторы тарафынан ҡабул ителгән ҡарар ҙа үҙ көсөндә. Күләмле сара Башҡортостандың Урал төбәгендәге вәкиллеге менән берлектә уҙғарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика