Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ гөлләмәһе 08.06.2015

Бөгөн Өфө халҡы «Берҙәмлек» фестиваленең Гала-концертына тамаша ҡылды. Донъяның төрлө ҡитғаһынан йыйылған йыр, бейеү ансамблдәре, солистар республика халҡын дәртле сығыштары менән ҡыуандырҙы. Сит ил ҡунаҡтары биш көн дауамында республика район-ҡалаларында булды, һабантуйҙа ҡатнашты.

Ете йәшлек Мехриниса «Ватандаш» ансамбленең иң кескәй бейеүсеһе. Коллектив «Берҙәмлек» фестиваленә Нижегородка өлкәһенән килгән. Үзбәк халҡының ғөрөф-ғәҙәтен күрһәтеүселәр әле Өфө сәхнәһенә сығырға әҙерләнә.  
Сәхнәлә Башҡортостан ансамблдәре сит ил коллективтары менән аралаш сығыш яһаны. Йыр-бейеү, төрлө музыка ҡоралдарында уйнау - быларҙың барыһын да Өфө тамашасылары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.
Сит ил ҡунаҡтары фестивалдән ҡәнәғәт ҡалған. Үҙ сығыштарында улар республика халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, халыҡ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлектең мөһимлеген белдерҙе. Башҡортостанға тағы киләһегеҙме?
-Киләбеҙ!
Бразилия халҡына башҡорт балы, бишбармаҡ, ҡурай моңдары оҡшаһа, Ҡаҙағстан ҡунағы Азамат Мукатовта Бәләбәйҙә үткән халыҡ-ара байрам бай тәьҫораттар ҡалдырған. Ул да Өфөгә тағы ла бер килергә теләк белдерҙе.
Бигерәк тә, Көньяҡ Африканан килгән коллективты халыҡ көслө алҡыштарға күмде.  Улар дәртле бейеүҙәре менән халыҡты таң ҡалдырҙы. Әйткәндәй, фестивалдә ҡатнашыусыларҙың күбеһе төрлө телдә һөйләшһә лә, тәржемәселәр ярҙамында биш көн эсендә бер-береһе менән дуҫлашып өлгәргән.
Ысынлап та, халыҡ-ара бәйләнештәр нығыны. Иң мөһиме - республика халҡына сит ил мәҙәниәте менән яҡындан танышыу мөмкинлеге булды, ә инде Өфө ҡунаҡтары тыуған яҡтарына кире ҡайтып, Башҡортостанда үткән фестиваль менән яҡташтарын таныштырырға вәғәҙәләне.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика