Буҙа байрамы 21.03.2016

Белорет районының Сосновка ауылында уҙған сарала төбәктең биш ауылы ҡатнашты. Халыҡ йолаһын тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйған сарала аш-һыу күргәҙмәһе лә ойошторолдо.

Буҙа ҡойоу Белорет районында борондан һаҡлана. Милли эсемлек, уның файҙалы үҙенсәлектәре быуындан-быуынға тапшырыла килә. Сосновка ауылы халҡы «Буҙа байрамы»нда ҡатнашыусылар иғтибарына театрлаштырылған тамаша тәҡдим итте. Милли ризыҡтың шифаһы хаҡында һөйләп кенә ҡалманы, уны әҙерләү тәртибен дә күрһәтте.
Байрамда Белорет районының биш ауылы ҡатнашты. Оҫталар милли эсемлектең төрлө рецебын тәҡдим итте. Йыр-бейеү, буҙаны данлаған таҡмаҡтар, ҡыҙыҡлы рекламалар сарала ҡатнашыусыларҙың кәйефен күтәрҙе.
Республиканың башлыса Урал аръяғы райондарында әҙерләнгән милли эсемлек нескәлектәрен халыҡ яҡшы белә. Буҙа ҡойоу ҙа урында борондан килә. Уны һәр оҫта үҙенә генә хас рецепт ҡуллана.
Шуға ла буҙа ҡойор алдынан уны ҡайҙа әҙерләүең дә мөһим. Ул һыуһынды ҡандырып ҡына ҡалмай, шифалы компонентарға бай булыуы менән файҙалы. Бигерәк тә ул ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Әйткәндәй, эсемлек республиканың бөтә төбәктәрендә лә әҙерләнмәй. Хатта уны белмәүселәр ҙә бар. Шул уҡ ваҡытта буҙаны Әбйәлил, Учалы райондарында ғына ҡойалар тиеүҙәре лә дөрөҫ түгел. Сөнки йола Белоретта күптән йәшәй.
Байрам буҙаның барлығын белгертеү, уны пропогандалауҙан бигерәк, башҡорт халҡының милли эсемлеген рекламалауға ҡоролғайны. Был йәһәттән Сосновка ауылы халҡы үҙ маҡсатына иреште. Сәм һәм дәрт алған буҙасылар байрамды киләсәктә лә үткәрергә кәрәк тигән теләктә таралашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика