Битлек артына кем йәшенгән? 17.12.2014

Өфөлә Яңы йыл маскарады үтте. Баш ҡаланың 91-се  гимназияһы уҡыусылары, ата-әсәләр бал бейеүҙәрен бейене.

Битлек кейгән затлы күлдәктәге ҡыҙҙар, килешле кавалерҙар... Гимназия уҡыусылары Яңы йыл байрамын түҙемһеҙлек менән көтөп алды, репетиция сентябрҙә үк башланған. Малайҙар-ҡыҙҙар костюмдарҙы алдан хәстәрләгән. Николай Дудников: «Бал маскарадта әйтеп аңлатҡыһыҙ хис-тойғолар кисерҙек. Балаларҙың бал бейеүҙәрен бейергә өйрәнеүе матур йола. Ул артабан да онотолмаһын тигән теләктә ҡалам». 200-ҙән ашыу пар төрлө бейеүҙәр тәҡдим итте. Сығыштар аша тиҫтәнән ашыу әҫәрҙәге төрлө образдарҙы танырға мөмкин ине. Гимназия уҡыусылары менән бергә бейеү серҙәрен Республика йәш журналистар мәктәбе сығарылыш уҡыусылары ла өйрәнде. Наталья Агеева, республика йәш журналистар мәктәбе уҡыусыһы: «Йәш журналистар мәктәбен матур сара менән тамамлайбыҙ. Беҙ бында яңы дуҫтар табабыҙ,бик оҡшай». Тамашасыларҙы бейеүҙәрҙең төрлөлөгө һоҡландырҙы. Танго бейеүенән хатта, ата әсәләр ҙә ситтә ҡалманы. Көнсығыш, сиған бейеүҙәре кисәгә тағы ла йәм өҫтәне. Полонез, вальс, кадриль, мазурка... Байрам ҡунаҡтары Яңы йыл кәйефе менән әкиәт иленә сумды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика