Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел 08.06.2017

«Юлдаш йыры-2017» асыҡ республика конкурсы Гала-концертында сығыш яһаясаҡ башҡарыусылар исеме асыҡланды. Жюри ағзалары икенсе турҙы үткән 35 конкурсант араһынан иң лайыҡлы 21 башҡарыусыны һайланы. Ижади ярыштың маҡсаты - һәүәҫкәр йырсылар араһынан яңы таланттарҙы асыу һәм уларҙы танытыу, ижадтарын үҫтереүҙә ярҙам күрһәтеү, республиканың йыр һәм музыка фондын яңы тауыштар, яңы йырҙар менән байытыу.

Үҙешмәкәр башҡарыусылар араһында ойошторолған «Юлдаш йыры» асыҡ республика конкурсы быйыл етенсе тапҡыр үтә. Унда төрлө һөнәр эйәләре килә. Ижадсылар үҙенсәлекле йырҙар тәҡдим итә. Улар араһында үҙҙәре йыр яҙғандар ҙа байтаҡ.
Конкурс халыҡ араһынан сыҡҡан һәләтле башҡарыусыларға ҡанат нығыта. «Юлдаш йыры-2015» конкурсында Гран-при яулаған Эльвир Ишкилдин быға асыҡ миҫал. Уға «Ҡурай» телеканалында бушлай видеоклип төшөрөү мөмкинлеге бирелде, яҙмалары өс ай дауамында йыр-моң каналында күрһәтелде. Бөгөн иһә ул үҙе яңы һәләттәргә юл асыуҙа ҡатнаша.
Халыҡсан радионың - халыҡсан конкурсы. Унда 16 йәштән 60 йәшкә тиклем һәүәҫкәр башҡарыусылар ҡатнаша. Быйыл тәүге турға 60-тан ашыу ғариза ҡабул ителгән. Икенсе турға 35 йырсы сыҡҡан. Бөгөн баһалама ағзалары иләгенән үткән йырҙар «Башҡортостан» концерт залында үтәсәк тамашала яңғыраясаҡ.
Вокал дәрестәрендә йырларға өйрәнеп булһа ла, моң - тәбиғәттән бирелгән һәләт. Конкурсанттарҙың барыһы ла яҙмышын ҙур сәхнә менән бәйләмәҫ. Әммә халыҡ гәүһәрҙәренең бер-нисәһе генә булһа ла эстрадала үҙ урынын тапһа, Башҡортостан сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш буласаҡ, ти ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика