Белорет районының иң төпкөл ауылдарының береһе Арышпар мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаған синыфташтар осрашыуы үтте

Белорет районының иң төпкөл ауылдарының береһе Арышпар мәктәбен төрлө йылдарҙа тамамлаған синыфташтар осрашыуы үтте 03.07.2017

Бинаның бөгөн нигеҙе булмаһа ла, төбәк халҡы тәү белем алған урынын онотмай. Осрашыуға бынан 50 йыл элек тамамлаусылар ҙа килде. Арышпарҙар  ауыл эргәһендә тирмә ҡороп, сәхнә яһап хәтирәләр аша ҡыңғыраулы мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтты.

Бер күрешеү үҙе бер ғүмер. Арышпар ауылы мәктәбен 1968 йылда тамамлаусылар осрашыуы. Һөйләшеп бөтмәҫ һүҙҙәр, йылы һәм яҡты хәтирәләр... Бынан 49 йыл элек Арышпар мәктәбен 22 уҡыусы тамамлай. Ҡыҙғанысҡа, әлеге көндә синыфташтар араһында ҡайһы берҙәре юҡ инде.
Ә мәктәпте бынан 25 йыл элек тамамлаусылар осрашыуға ҡыҙыл галстуктарҙа килде. Герой-пионерҙар тураһында уҡып, улар­ға оҡшарға тырышып йөрөүҙәр, тимурсылар командаһының ҡарт-ҡороларға ярҙамы, тимер-томор йыйып тапшырыу, 19 майҙа гөрләп үткән пионер слеттарын һағынып иҫләргә генә ҡалған. Онотолмаҫлыҡ мәктәп йылдары, комсомолға инеү теләге тик яҡты хыял ғына булып ҡалды, ти 1992 йылғы сығарылыш вәкилдәре.
Ысынлап та, хәреф танырға, уҡырға һәм яҙырға өйрәткән мәктәп бинаһы хәҙер ер менән тигеҙләнгән. Унда ҡасандыр белем усағы барлығын тик ултыртылған ағастар ғына хәтерләтә. 1997 йылда Арышпар мәктәбе башланғыс кластар өсөн генә ҡалдырылһа, теүәл өс йылдан ул бөтөнләй ябыла. Йылдар үтһә лә Арышпар мәктәбен тамамлаусылар белем усағын онотмай.  Һирәк булһа ла күрешеп хәтер йомғағын нығыта. Әлбиттә, төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаған, хәҙер инде төрлө тарафтарҙа йәшәгән һабаҡташтарҙы йыйыуҙа бөгөнгө сараны ойоштороусының да өлөшө ҙур.Арышпар ауылы мәктәбе бөгөн шулай уҡ үҙенең 105 йыллығын да билдәләне. Ошо дәүерҙә республикаға ғына түгел, Рәсәйгә лә бик күп лайыҡлы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгән. Уларҙың һәр ҡайһыһын маҡтап телгә алырға мөмкин, ти белореттар.
Төбәктең иң төпкөл ауылдарының береһе бар яҡлап та данлыҡлы. Ябай тип әйтергә хатта, тел әйләнмәй. Сөнки тап Арышпар мәктәбенә ваҡытында Белорет районының ете ауылынан йөрөп белем алған. Ноҡат ауылы ғына Арышпарҙан алты саҡрым алыҫлыҡта ятһа ла, балалар ел-ямғырға, бурандарға ҡарамай белем тауҙарына ынтылған. Һәм хыялдарына ирешкән... Уҡыуҙа ғына түгел, уҡыусылар спортта ла  һынатмаған.
Байрам киске эңергә тиклем дауам итте. Сәхнәнән танһыҡ йыр-моң, тос фекерҙәр яңғыраны һәм әлбиттә, еҙ ҡыңғырау ҙа тынманы. Йәнле аралашыу, күңел булғансы һөйләшеүҙән халыҡ күңеле булып таралышты.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика