«Беҙҙең өйҙөң йәме» 02.06.2016

Бөгөн Мостай Кәрим һәйкәле алдында  Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау  көнөнә арналған тағы бер байрам үтте. Уны Өфөнөң Ленин районы хакимиәте,  Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм Милли йәштәр театры ойошторҙо.

Әҙәбиәткә һөйөү бала саҡтан тәрбиәләнә. Халыҡ шағиры Мостай Кәрим кескәй уҡыусылар өсөн байтаҡ әҫәрҙәр яҙып ҡалдырған. Балалар уның ижадында ла төп урынды алып тора.
Ҡаланың башҡа майҙандарында ла бай йөкмәткеле байрам саралары үтеүгә ҡарамаҫтан, халыҡ шағирына ҡуйылған һәйкәл эргәһенә лә халыҡ күп йыйылды. Мәктәп уҡыусылары, йәш балалы ата-әсәләр һәм урамға саф һауа һуларға сыҡҡан инәйҙәр ҡушылды. Балалар  Мостай Кәримдең шиғырҙарын  ике телдә ятлап ишеттерҙе. Сығыш яһаусылар араһында  Өфө мәктәптәренең береһендә белем алыусы Сулпан Иҫәнтәева ла бар.
Балалар байрамында Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Рәсүл Ҡарабулатов сығыш яһаны. Ә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры «Алладиндың серле лампаһы» тигән спектаклде сәхнәләштерҙе. Йәнһүрәттәрҙән таныш геройҙарҙын күргән балалар тойғоларын йәшермәне.Мостай Кәрим ижады башҡорт әҙәбиәтенең нигеҙ ташы. Әҙиптең әҫәрҙәрендә балалар тормошо, уларҙы яҡлау мәсьәләһе лә йыш күтәрелә. Халыҡ шағирың бай ижади мираҫын киләсәк быуынға еткереү беҙҙең мөҡҡәддәс бурысыбыҙ, тип иҫәпләй ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика