Баймаҡта  кино йылын  рәсми асыу тантанаһы үтте 23.02.2016

Студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың сағыу сығыштары  менән үрелеп барған кисәлә тамашасылар  йәш режиссер Айнур Асҡаровтың  ҡыҫҡа метражлы фильмдарын ҡараны.

Хәҙерге заманда  телевизорҙа каналдар иҫәпһеҙ-һанһыҙ, ниндәй  генә  кинолар юҡ.  Ә шулай ҙа был залға йыйылыусылар  ауыл клубына кино ҡарарға йөрөгән саҡтарын  һағынып иҫкә алды.  Ҡасандыр  «Ирәндек»  кинотеатрына нигеҙ һалған   элекке директор, кинопрокат ветераны   Хәйҙәр Хәмзин өсөн быйылғы йыл айырыуса мөһим. Сөнки тап уның тырышлығы арҡаһында республикала тәүгеләрҙән булып  тик Баймаҡта ғына  кинотеатр  сафҡа индерелә.
Залға йыйылыусылар был көндө  киноларҙы ҙур экрандан ғына түгел, шулай уҡ студенттар  тәҡдим иткән  өҙөктәрҙе лә ҡараны.  
Ирәндек  кинотеатрына студенттар, мәктәп уҡыусылары  күпләп йөрөй. Ә быйыл айырыуса  ябай халыҡты ла   ҡыҙыҡһындырыу өсөн күберәк  Рәсәй  фильмдарын  халыҡ хөкөмөнә сығарасаҡбыҙ,  ти урындағы етәкселек.  
Зөлфиә Морапталова, «Ирәндек»  кинотеатры директоры: «Тантана һуңынан  килгән ҡунаҡтар өсөн  Еңмеш, Әсә  кеүек ҡыҫҡа метражлы башҡорт  фильмдары тәҡдим ителде».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика