Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан Салауат Кейекбаев шәхси музейын булдырған 07.03.2015

Ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләгән ир-уҙаман кесе йәштән тарих менән ҡыҙыҡһына. Заман алға тәгәрәгән һайын ҡулланылыштан сыға барған әйберҙәрҙең береһен дә ташламай йыя бара, иғтибарға лайыҡ тарихи әйберҙәрҙе таныштары, ауылдаштары ла бирә. Һөҙөмтәлә ул үҙ музейын аса.

Музейҙы Салауат Кейекбаев урамындағы аласыҡта ойошторған. Соланда уҡ тимерҙән һәм ағастан эшләнгән бороңғо хеҙмәт ҡоралдары экспонаттары күргәҙмәһе башлана. Улар янында совет осоро заманындағы радиоҡоролмалар, элемтә саралары, тәүге  магнитофондар, пластинкалы проигреватель. Хатта хәҙер инде ҡуланылыштан сыға барған тәүге кеҫә телефондары ла урын алған.
Аласыҡ эсендә сыуал мейес, башҡорттарҙың элекке йәшәү рәүешен һүрәтләүсе мөйөштә урындыҡ. Бында төрлө йылдарҙа халҡыбыҙ көнкүрешендә ҡулланылған әйберҙәр урын алған.
Иң бороңғо әйбер ул бысаҡ һөңгө. Салауат Кейекбаев уны ун алтынсы быуатта башҡорттар ҡуланған тип фаразлай. Шулай уҡ һуғыш балтаһы, бизмәндәр ҙә бик әүәлге замандан ҡалған. Күптәрен хужа үҙе яҡындағы бөткән ауыл урынынан тапҡан. Нумезматика менән бәйле күргәҙмә лә айырым урынды биләй. Төрлө йылдарҙағы тимер һәм ҡағыҙ аҡсалар араһында көмөштәре лә бар. Хатта сит ил тәңкәләрен да табып урынлаштырған. Уларҙы һатып байыу теләге түгел, уйы ла булғаны юҡ‐ти музейҙы ойоштороусы
Салауат Кейекбаевтың Еңеүҙең етмеш йыллығына арнап та мөйөш булдырырға ниәте бар. Уның өсөн тәүге экспонат та бар. Ул- немец каскаһы.
Пионер, комсомол ойошмалары атрибуттары һәм башҡа тағы әллә күпме әйберҙе яһалма музейҙа күрергә була. Үҫеп килеүсе йәш быуын өсөн был экспонаттар бөтөнләй ят. Киләсәктә уларҙың ҡиммәте тағы ла артасаҡ‐ти Салауат. Шуға ла был шөғөлөн ул артабан да дауам итмәксе.          
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика