Баймаҡ районы Темәс ауылынан һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаровтың исемен хәҙер сит ҡитғаларҙа ла беләләр

Баймаҡ районы Темәс ауылынан һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаровтың исемен хәҙер сит ҡитғаларҙа ла беләләр 10.09.2014

Билдәлелекте ул  интернетҡа эштәренең фотоларын һалғас яулай. Бигерәк тә барыһын да хайран ҡалдырған 3Д форматында башҡарылған хеҙмәтенән һуң.

52 йәше менән барған рәссам  үҙен белә башлағандан күргәндәрен төҫтәр ярҙамында ҡағыҙҙа сағылдырырға ярата. Тәбиғәткә ғашиҡ. Һүрәттәрендә лә урман, йәшеллек темаһына өҫтөнлөк бирә. 17 йәшенән Темәс урман хужалығына рәссам ярҙамсыһы булып эшкә төшкәндән алып, өс тиҫтә йылдан ашыу төрлө урындарҙа рәссам-биҙәүсе булып эшләй. Махсус белеме булмаһа ла, тәбиғәттән бирелгән һәләт үҙенә юл таба.
Гараж, ҡапҡаларға күләмле һүрәттәр төшөрөү менән һуңғы йылдарҙа шөғөлләнә башлай. Хәҙер уның ике тиҫтәнән ашыу эше иҫәпләнә. Ел-ямғырға бирешмәгән буяу - автоэмаль ҡулланып эшләй. Ә иң ҙур уңышы - 3Д форматындағы эштәре. Үҙ аллы заманса башҡарылған һүрәттәрҙең даны донъя селтәре аша хәҙер сит илдәрҙә лә билдәле. Америка, Германия, Канада, Көньяҡ Корея, Ирландия, Сауд Ғәрәбстанынан Марат Ғафаровҡа йыш яҙалар.  
Ижадсының бер эше Баймаҡтан Данияр Иҙрисовтың йортон биҙәй. Өй хужаһы йыуыныу бүлмәһенең иҙәнен ҡойолмалы итергә теләй, әммә Мараттың эшен күреп, уға мөрәжәғәт итә һәм ҡәнәғәт ҡала.
Даниярҙың йортон хәҙер ошо аттар һүрәтенән күптәр танып белә. Марат Ғафаров бынан биш йыл элек  бер ниндәй һыҙмаларһыҙ, буяуҙар менән генә бер аҙна эсендә ҙур-ҙур ҡоймаларҙа картиналар эшләй. Бындай һүрәттәре Баймаҡта ғына түгел, күрше райондарҙа ла бар. Башлыса хужаларҙың теләгенә ярашлы итеп башҡара. Киләсәктә һәүәҫкәр рәссам аэрографияны ла үҙләштерергә ниәтләй. Сауд Ғәрәбстанына саҡырыуҙы ла ҡабул итмәксе.  
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку