Баймаҡ районы мөнәжәтселәре Ырымбурҙағы «Ҡарауанһарай»ҙа уҙған 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы башҡорт яугирҙарын иҫкә алыу кисәһендә сығыш яһаны 24.10.2014

Ул йылдарҙа башҡорт ғәскәрҙәре идаралығы булараҡ  һалынған «Ҡарауанһарай» комплексы тәүге донъя һуғышының әсе хәтирәләрен һаҡлай. Милләттәштәребеҙ рухына аят бағышлау, тарихҡа тағы бер ҡат күҙ һалыу хәтер кисәһендә Баймаҡтан да вәкилдәр ҡатнашты.

Рәсәйҙең мәҙәни  архитектура ҡомартҡыһы булған Ҡарауанһарай - башҡорт милләтенең ғорурлығы. Үҙенсәлекле бина күптәрҙе үҙенә йәлеп итеп, Ырымбур ҡалаһына айырым төҫ биреп ултыра. Бында әле лә мәсет эшләй. Тимәк, «Ҡарауанһарай» мосолмандар, сит өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙ өсөн аралашыу, осрашыу урыны булараҡ хеҙмәт итеүен дауам итә. Мәхәлләнең имам-хатибы, яҡташыбыҙ Хөрмәтулла Буранбаев, «Ҡарауанһарай» мәҙәни-тарихи үҙәге етәксеһе Гөлимә Йәнғәбилова республиканың милли музейы менән берлектә ошо кисәне ойошторорға була ла инде.
Ысынлап та, Рәсәй именлеге өсөн ҡорбан булған меңдәрсә яугир-башҡорттар халыҡ хәтеренән юйылырға тейеш түгелдер. Тереләрҙең уларға аят бағышлап хәтергә алыуы - беҙҙең бурысыбыҙ, тине сығышында Хөрмәтулла Буранбаев. Хәтер кисәһендә Башҡортостандан Баймаҡ районы вәкилдәре – «Иман нуры» мөнәжәтселәр төркөмө лә ҡатнашты. Уларҙың сығышы барыһының да күңеленә хуш килде.
Кисәлә шулай уҡ Орск, Ырымбур ҡалаларының үҙәк мәсетенән вәкилдәр ҡатнашты. Ҡарауанһарай комплексы, уның төҙөлөш тарихы, архитектураһы менән танышыу беҙҙең өсөн фәһемле булды, ти ҡатнашыусылар. Кисә аҙағында Гөлимә Йәнғәбилова Баймаҡ районы хакимиәтенә Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Хәтер кисәһе ҡаһарман яугирҙар рухына бағышланған аят менән тамамланды.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика