Башҡортостандың һәләтле балалары бер майҙанда 19.08.2015

Бөгөн Борай районында «Йәйғор» балалар һәм үҫмерҙәр республика конкурсының Гала концерты уҙҙы. Етенсе тапҡыр ойошторолған бәйгелә йылдан- йыл ҡатнашырға теләүселәр арта тип билдәләй ойоштороусылар. Быйыл конкурсҡа 360-тан ашыу бала 55 концерт номеры әҙерләгән.

Ижади коллективтар матур, сағыу кейемдәрҙә йыр-бейеүгә оҫталығын күрһәтте. Стәрлебаш районынан «Бейеүсе йөрәктәр» балалар ансамбле конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашһа ла, уларҙың сығышына бер тамашасы ла битараф ҡалмағандыр. Улар конкурста матрешка бейеүен башҡарҙы. Әйткәндәй, ҡыҙҙар үҙҙәре лә бейеүгә тап килеп тора.
Быйыл конкурста республиканың 16 районы ҡатнаша. Балалар күберәк бейеү номерҙары әҙерләгән. Гала концертта милли халыҡ бейеүҙәре замансаһы менән үрелеп бара.
Конкурс ике өлөштән тора. Быйыл тәүге тапҡыр уның беренсе өлөшө видеояҙмалар буйынса баһаланды. Бкшҡортостандың бар район-ҡалалары ла бәйгелә әүҙем ҡатнашты. Финалға уларҙың 28-е үтте.
Конкурс балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереүҙә ҙур роль уйнай тип билдәләй ойоштороусылар.
Конкурста ҡатнашыусылар өсөн Борай районы буйынса экскурсия ла ойошторолдо. Шулай уҡ бәйге сиктәрендә балалар ижадын үҫтереү проблемаһын хәл итеү мәсьәләһе күтәрелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика