Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, билдәле композитор Рәмил Ғимранов 60 йәшен билдәләне

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, билдәле композитор Рәмил Ғимранов 60 йәшен билдәләне 19.01.2015

Билдәле композиторҙың юбилейы уңайынан Красноусол ауылы мәҙәниәт йортонда Рәмил Мөхәмәтхәй улының ижад кисәһе үтте. Юбилярҙы тәбрикләргә яҡташтары, ижадташ дуҫтары, йыр-моң һөйөүселәр йыйылды.

Мәжит Ғафури менән Фәрғәт Ғәлин шиғырына ижад ителгән йыр Ғафури районының гимны һанала. Уны музыкаль яҡтан биҙәүсе Рәмил Ғимранов.  Сара композиторҙың ижади эшмәкәрлегенә байҡау яһаны. Рәмил Ғимранов 200-ҙән ашыу йыр авторы. Ул ижад иткән йырҙарҙы төрлө быуын артистары әле булһа яратып башҡара. Күренекле йырсы һәм ошо төбәк ижади коллективы ҡатнашлығындағы мәҙәни кисә тик Ғафури районы менән генә сикләнмәйәсәк, ти юбиляр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика