Башҡортостандан оло һөйөү менән 02.03.2016

Баш ҡалала «Өфө-ладья», «Арт» халыҡ кәсептәре һәм сувенирҙар күргәҙмәһе эш башланы. Унда республиканың район-ҡалаларынан килгән оҫталар ҡатнаша. Экспозицияға уларҙың ҡул эштәре, төрлө көнкүреш әйберҙәре, биҙәүестәр, кейем-һалым, интерьер өлгөләре ҡуйылған.

Рәйхана Сурина Хәйбулла районы Бәләкәй Арҫланғол ауылында эшләп килеүсе «Вәзәм шәле» клубы ағзаһы. Унда шөғөлләнеүселәр боронғо ысул менән дебет шәл һуға. Ҡулдан бәйләнгәненә ҡарағанда ул күпкә сыҙамлы, йылы тип билдәләй оҫтабикә.
Шәл һуғыу ҡоролмаһы һыҙмаһын клуб ағзалары архивтан эҙләп тапҡан. Уның нигеҙендә боронғо шөғөл тергеҙелгән. Әле  ҡыҙыҡһыныусан  ауылдаштар кәсепкә яңы һулыш биргән. Дебет шәлдәр уңышлы һатыла, ти Рәйхана Сурина.
Күргәҙмәгә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ижад өлгөләре лә ҡуйылды. Илнар Ибраһимов Нуриман районынан. 15 йәшлек үҫмер ағас эшенә әүәҫ. Күргәҙмәгә ул хеҙмәт дәрестәрендә эшләгән ижад өлгөләрен алып килгән.
Балсыҡ сувенирҙар, затлы таштарҙан төрлө ҡумталар,семәрләп яһалған ағас йыһаздар, өҫ һәм аяҡ кейеме өлгөләре, хатта тимерселәрҙең ижад емеше. Был әйберҙәрҙең барыһы ла Башҡортостан оҫталарының ҡулы менән эшләнгән. Үҙебеҙҙә етештерелгән сеймал ҡулланылған. Зауыҡлы, сифатлы, заманса. Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ кәсептәре яңы һулыш  ала. Әммә улар күргәҙмә өлгөһө генә булып ҡалырға тейеш түгел. Йолалар йәшәргә, боронғолоҡ әле лә хеҙмәт итергә һәләтле. Иҡтисади нигеҙ  булғанда ғына ғөрөф-ғәҙәтте дауам итеүе лә уңайлыраҡ тигән фекерҙә Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина.
Власть вәкиленең һүҙҙәрен Сибай ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы Светлана Буранбаева ла ҡеүәтләй. Милли кейемде тәрбиә сараһы булараҡ күргән оло йәштәге ханымдар боронғолоҡтоң заманса һулышын тоя.
Бер майҙанда тотош Башҡортостан сағыла. Кәсептәрҙә халыҡ тормошо, биҙәктәрҙә уның рухи донъяһы күренә. Күргәҙмә аҙна дауамында эшләй. Быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрелгән кәсепселәр  фестивалендә  яҙҙың иң матур байрамы алдынан  яҡындарығыҙ өсөн  бүләк алыу форсаты ла бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика