Башҡортостан юлдаш телеканалы Мегафон операторының мотлаҡ күрһәтелгән 24 телеканалы исемлегенә индерелде 10.05.2017

Хәҙер республиканың төн телеканалын Мегафон бәйләнеше булған һәр ерҙә лә ҡарарға мөмкин, бының өсөн Интернет трафигы алынмаясаҡ.

Был эфир даирәһен тағы ла арттырыу мөмкинлеге бирә.Интернет провайдерҙарға инеү Башҡортостан юлдаш телеканалына тамашасыларын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк, сөнки  мультиплекс тураһындағы закон эшләй башлау менән төбәк телеканалдары Юлдаш аша бушлай эфирҙан ситтә ҡалды.  21 каналға  инеү кабель телевидениеһында ғына тапшырыуҙар алып барыуҙы күҙ уңында тота.Йәштәр иһә телевидениеның Интернетҡа инеүен яҡшы баһалай, сөнки заман башҡа, заң башҡа. Телевидение программаларын өйҙә ултырып түгел, ә теләгән һәр ерҙә ҡарау мөмкинлеге тыуа. Яратҡан телеканалды  телефон, планшет, компьютерҙа, шулай уҡ Мегафон тв сайтына инеп  ҡарап була.
Евгения Мөхәмәтйәрова, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы унитар предприятиеһының элемтә һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса етәксеһе: «Башҡортостан юлдаш телеканалы 14 марттан алып бушлай күрһәтелгән каналдар исемлегенә инде. Ошо нигеҙҙә Мегафон компаниһы беҙҙең каналды трансляцияларға бурыслы. Телевизор ҡараусылар  Башҡортостан юлдаш телеканалын тотош Рәсәй биләмәһендә  бушлай ҡарай ала».
Дамир Байгилдин, «Мегафон» компанияһының башҡортостан бүлексәһе директоры «Абоненттар юғары тиҙлектәге Интернет һәм Мегафон тв бушлай ҡушымтаһы менән ҡуллана ала.  Сервиста әле Рәсәйҙә йәшәүсе   ике миллиондан ашыу кеше.  Шулай уҡ махсус тарифта илле  телеканал һәм нәфис фильмдар бушлай тәҡдим ителә».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика