Башҡортостан һылыуҙары Ҡытайҙа үткән халыҡ-ара «Супер Азия моделе» конкурсында лайыҡлы сығыш яһаны

Башҡортостан һылыуҙары Ҡытайҙа үткән халыҡ-ара «Супер Азия моделе» конкурсында лайыҡлы сығыш яһаны 30.09.2014

Гүзәллек бәйгеһендә Япония, Корея, Монголия, Австралия, Таиланд кеүек төрлө илдәрҙән 20 һылыуҡай ҡатнашты.

Рәсәй данын бәйгелә Башҡортостандан Гөлназ Ҡотлозаманова менән Гөлназ Хөсәйенова яҡланы. Жюри ағзаларын улар башҡорт һәм ҡытай телдәрендә сәләмләне. Конкурс сиктәрендә ҡыҙҙар тышҡы һәм эске матурлыҡ буйынса һынау тотто. Ҡытай кухняһында сәй бешереү серҙәренә төшөндө, милли музыка ҡоралдарында ла уйнап ҡараны. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гөлназ Хөсәйенова тәүге ун топ-модель араһына инһә, Гөлназ Ҡотлозаманова ярты миллион һумлыҡ биҙәүес менән бүләкләнде. Еңеүсе тажы Ҡытай гүзәленә тапшырылды. Башҡортостан ҡыҙҙары әйтеүенсә, Ҡытай халҡын зиннәтле йәнлек тиреһе, төрлө башҡорт орнаменттары менән байытылған кейемдәрҙә сығыш яһау әсир иткән. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку