Башҡортостан уҡыусыларының Бөйөк ватан һуғышы хаҡындағы иншалары Дәүләт Думаһы сығарған йыйынтыҡта донъя күрәсәк

Башҡортостан уҡыусыларының  Бөйөк ватан һуғышы хаҡындағы иншалары Дәүләт Думаһы сығарған йыйынтыҡта донъя күрәсәк 20.04.2015

Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең  Башҡортостан бүлексәһендә йәш еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте.

Уҡыусылар араһында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған  иншалар конкурсы бөтә ил буйынса иғлан ителгән. Сара «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ныҡлы ғаилә» проекты сиктәрендә ойошторолған.  Башҡортостан төбәк бүлексәһе Республиканың район ҡалаларынан  1 меңдән ашыу  инша ҡабул иткән.  Уҡыусылар  фронтта ҡатнашҡан  яҡындары, тыл ҡаһармандары,  һуғыш балалары хаҡында  яҙып ебәргән. Ойоштороусылар әйтеүенсә,  был конкурс быуындар күсәгилешлеген һаҡлау, тарихҡа хөрмәт уятыу, патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.  
«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең Башҡортостан бүлексәһендә әйтеүҙәренсә еңеүселәрҙе һайлау еңелдән булмаған, һәр бер иншаны  тарихи әҫәргә тиңләргә мөмкин.  Балаларҙың яҙмаларында яу һәм тыл ҡаһармандарының хәтирәләре  сағылыш  тапҡан,  уҡыусылар уларға   бөгөнгө тыныс тормош өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә тырышҡан. Бөгөнгө тантанаға ла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары саҡырылғайны,   сал сәсле  яугирҙар йәштәрҙе  тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә тырышып уҡырға саҡырҙы. Фронт юлдары хаҡында иҫкә алды. Ветеран Хәсән Хөсниризалов әйтеүенсә,  нылы килсәк илгә һөйөүҙән, тырышып уҡыуҙан башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика