Башҡортостан делегацияһы Липецк өлкәһенең Тербуны районында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡаһармандарын иҫкә алыу акцияһында ҡатнашты 10.05.2016

Сара Икенсе Тербуны ауылында яуҙа ятып ҡалған башҡорт кавалеристары ерләнгән туғандар ҡәберлегендә үтте.

Легендар яҡташтарыбыҙ - Шайморатовсылар Олым йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдарҙы фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡабатланмаҫ ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Был алыштарҙа дүрт мең тирәһе генә башҡорт атлылары немецтарҙың ,,Үле баштар" тип йөрөтөлгән 14 меңлек дивизияһына  ҡаршы тора. Тап ошо ерҙәрҙә Гитлер баҫҡынсыларының һөжүме һындырыла һәм Совет армияһы дошманды кире өңөнә ҡыуа башлай.  112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы данын, тыныслыҡ өсөн үҙ ғүмерен йәлләмәгән батырҙар иҫтәлеген бында ҡәҙерләп һаҡлайҙар.
Вера Болгова, Икенсе Тербуны ауылы хакимиәте башлығы: «Беҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы батырлығын онотмайбыҙ, уларҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп  һаҡлайбыҙ. Башҡортостан вәкилдәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Йыл һайын яҡташтарының ҡәберҙәренә киләләр, обелиск, таҡтаташтар асалар».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика