Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы, аныҡлап әйткәндә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Юлдаш» радиоһы һәм «Тамыр» балалар телеканалы республика журналистар конкурсының еңеүселәре тип табылды

Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы, аныҡлап әйткәндә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Юлдаш» радиоһы һәм «Тамыр» балалар телеканалы республика журналистар конкурсының еңеүселәре тип табылды 13.01.2016

Был бүләктәр Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы, Әҙәбиәт йылы һәм дәүләт телдәрен популярлаштырыу өсөн тапшырылды. Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы Рәсәй матбуғаты көнөнә тура килде.

Бына башҡорт телендә донъя күргән тәүге гәзиттәрҙең береһе. 1919 йылда йылда «Башҡортостан хәбәрҙәре» иҫке әлифтә баҫылған. Ваҡыт ҡағыҙында эҙ ҡалдырһа ла,  эстәлегенә һис кенә лә нежес ҡунмаған. Республиканың тәүге матбуғат сараларының береһе бер быуат самаһы элек тә халҡыбыҙға мәғлүмәт еткергән, мөһим үҙгәрештәр тураһында хәбәр иткән, милли-ағартыу эшен алып барған.
Заман үтеү менән бурыстар түгел, сараларҙа ғына үҙгәрештәр бар. Элегерәк  яңылыҡтар тәү сиратта баҫма юл менән таратылһа хәҙер уға телевидение, радио һәм интернет ҡушылды. Мәғлүмәт йәшен тиҙлегендә таралған дәүерҙә  журналистҡа яуаплылыҡ та өҫтәлә.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан  беҙҙең телеканалда үткән телемарафон меңәрләгән тамашасының иғтибарын йәлеп итте. Еңеү яҙының күләмле сараһына әйләнгән телетапшырыу республика журналистар конкурсында еңеү яуланы.
«Хәтер мәңгелек» «Юлдаш» йыр-моң һәм мәғлүмәт каналы хеҙмәткәрҙәре Еңеү байрамы алдынан тыңлаусылары өсөн  шулай тип аталған тапшырыуҙар шәлкеме әҙерләне. Эфирҙа яңғыраған хәтирәләр китап итеп тә баҫылды. Күләмле проект конкурста икенсе урын яуланы.
«Тамыр» балалар телеканалы төшөргән «Алма сәскәһе» фильмы ла ошо уҡ номинацияла баһаланды. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү йәһәтенән был әҫәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур тип билдәләнде бүләкләү тантанаһында. Тыуған илгә,  халҡыбыҙға, телгә  оло  һөйөү  һәм ихтирам «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы әҙерләгән башҡа тапшырыуҙарҙа ла ярылып ята. Бүләкләнеүселәр араһында «Яңылыҡтар»ҙың рус телендәге сығарылыштарын алып барыусы Евгений Романов , «Телеүҙәк» тапшырыуы алып барыусыһы, «Башҡорт телендә һөйләшәм» проектының авторы Зөлфиә Рәхмәтуллина,  «Юлдаш» радиоһынан Гүзәл Ситдиҡова менән Венера Ситдиҡоваларҙың исемдәрен ишетеү был һүҙҙәрҙе раҫлай ғына.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика