«Башҡортостан» дәүләт концерт залында билдәле композитор Максим Дунаевский 70 йәше уңайынан ҙур концерт программаһын тәҡдим итте 31.10.2015

Тамашала шулай уҡ, Рәсәй йондоҙҙары менән бергә яҡташтарыбыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Диләрә Иҙрисова ла ҡатнашты. Күренекле композитор, бик күп билдәле йырҙар, саундтрек, академик әҫәрҙәр авторы Максим Дунаевский концертта үҙе лә сығыш яһаны. Залдағылар уға ҡушылып йырланы, оло быуын вәкилдәре хәтирәләргә бирелеп илап та алды.

Артур Нәзиуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: «Рәсәйҙән тыш, сит илдәргә лә гастролдәр менән сығабыҙ. Мин ике аранжировка файҙаланам. Әлбиттә, ул ғына етмәй. Киләсәктә Башҡортостан композиторҙар союзы менән хеҙмәттәшлек булдырырға ине. Минең уйымса, бынан шәп программа килеп сыҡмасы. Быға таянып диск сығарыу ҙа урынлы булыр. Үҙебеҙҙең композиторҙарҙан тәҡдим көтәм».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика