«Башҡорт һынлы сәнғәтенең гүзәл әҫәрҙәре» 02.10.2014

Мәҙәниәт йылы сиктәрендә Өфө художество галерияһында «Башҡорт һынлы сәнғәтенең гүзәл әҫәрҙәре» исемле һәм башҡорт һынлы сәнғәте мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Федор Кащеевтың шәхси күргәҙмәһе асылды.

Экспозиция ижадсының 80 йәшлек юбилейына арналды.Халыҡ рәссамының бик күп эштәре Нестерев исемендәге башҡорт дәүләт художество музейында классик әҫәрҙәр булараҡ ҡәҙерләп һаҡлана. Уларҙың ҡайһы берҙәре тамашасы хөкөмөнә сығарылды. Композицияларҙа башлыса аҫаба халыҡтың тормош-көнкүреше сағылған.

«Башҡорт һынлы сәнғәтенең гүзәл әҫәрҙәре» күргәҙмәһенә башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалған рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдиев, Әхмәт Лотфуллин, Александр Тюлькин һәм уларҙың уҡыусылары Борис Домашников, Рәшит Нурмөхәмәтов, Александр Бурзянцев кеүек танылған оҫталарҙың ете тиҫтәнән ашыу эше ҡуйылған. Тамашасыға башҡорт һынлы сәнғәтенең үҫеш юлдары этаптарға бүлеп тәҡдим ителде.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика