Башҡорт шәле байрамы

Башҡорт шәле байрамы 29.11.2016

Төрлө тарафтарҙа йәшәүсе оҫталарҙы бергә йыйған «Башҡорт шәле» республика фестивале быйыл да шәлселәр төбәге Ейәнсурала үтте.

Туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылған фестиваль башҡорт шәленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, халыҡ оҫталарының тәжрибәһен уртаҡлашыу, ижади аралашыу маҡсатында ойошторолдо. Шәл байрамында Күгәрсен, Көйөргәҙе, Йылайыр, Хәйбулла, Мәләүез, Баймаҡ, Стәрлебаш, Федоровка, Бишбүләк райондарынан  85 оҫта, 24 команда һәм райондың һәр ауыл биләмәһенән тиҫтәләп шәл бәйләүсе ҡатнашты. Бәйгеселәр үҙҙәренең тапҡырлығы, йыр-моңға, бейеүгә маһирлығы менән һоҡландырҙы. Улар шәлселәр тураһында таҡмаҡтар, кис ултырыуҙарҙа, шәл өмәләрендә башҡарылған йырҙарҙы йырланы.
Байрамда төрлө төҫтәге дебеттән, селтәрләп бәйләнгән шәлдәрҙе күрергә мөмкин ине. Һәр  район командаһының  шәл ситенә һалынған биҙәк өлгөләре үҙенсә, айырылып тора. Фойела ойошторолған күргәҙмәлә шулай уҡ оҫталап бәйләнгән бейәләй, бирсәткә һәм башҡа ҡул эштәре лә ҡуйылды. Бәйге еңеүселәре тип Ейәнсура районынан Әлмира Йәғәфәрова, Дилбәр Ҡәҙербаева табылды. «Күргәҙмә эштәре» номинацияһында Хәйбулла һәм Ейәнсура райондары оҫталарына етеүсе булманы. Фестивалдең «Башҡорт шәле тураһында видеоролик» номинацияһында призлы урындарҙы Көйөргәҙе, Ейәнсура районы командалары яуланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика