Башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәренә яҙған «Былбылым» романсы Аспендос опера һәм балет театрында яңғыраны 29.09.2015

Уны бөтә донъяға билдәле Анталия дәүләт симфоник оркестры менән бергә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаева башҡарҙы. Йырсы «Төрксөй» ойошмаһы тарафынан ойошторолған ун һигеҙенсе опера көндәрендә ҡатнашты.

Төрки халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм тарихын һаҡлауға йүнәлтелгән сараға ҡунаҡтар бөтә төбәктән саҡырыла. Был юлы концерт Истанбул ҡалаһының Лейла Генчер исемендәге опера үҙәгендә башланды. Һуңынан халыҡ-ара фестиваль Төньяҡ Кипрҙа һәм Анталияның асыҡ һауалағы Аспендос опера һәм балет антик театрында үтте. Быйыл унда тәүге тапҡыр балет артистары ла ҡатнашты. Сәнғәт оҫталарының һәр сығышы алҡыштарға күмелде.
«Төрксой» ойошмаһы был сараны йыл һайын төрки донъяның билдәле бер шәхесенә бағышлай. Быйыл ул Ҡырғыҙстан йырсыһы Болот Мынжылкиев иҫтәлегенә арналды. Ун һигеҙенсе опера көндәрендә туғыҙ ил һәм төбәк вәкилдәре ҡатнашты. Яҡташыбыҙ Светлана Арғынбаева музыкаль йыйында башҡорт сәнғәте өлгөләренең береһен күрһәтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика