Башҡорт кинематографияһы ныҡлы аҙым менән алға атлай 29.04.2017

Һуңғы ике аҙнала ғына кино һөйөүселәр үҙебеҙҙең ерлектә төшөрөлгән бер юлы ике фильмға тамаша ҡылды. Береһе комедия, икенсеһе тарихи художестволы картина. Халыҡ был яңылыҡты оло ваҡиға итеп ҡабул итте. Премьеранан һуң, кинотаҫмалар республиканың башҡа ҡала кинотеатрҙарына юлланды.

ХХ быуат башында ил тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес Шәйехзада Бабич халҡы телендә. Премьера оҙаҡ көттөрмәне. Былтыр май айында төшөрөлә башлап, октябрҙә үк тамамлана. 70-ләп кино төшөрөү майҙаны, Өфө, Ырымбур, Троицк, Ҡаҙағстан кеүек төрлө география урындарында биш тиҫтәләп декорация алмашына. Художестволы тарихи картинаға 80-дән ашыу артист йәлеп ителә. Фильмдағы бар эпизодтар ҙа тарихи дәлилдәргә, документтарға таянып ижад ителгән. Картина яңы йөҙҙәр, яңы артистар асыуы менән дә үҙенсәлекле. Уларҙың береһе Милли Йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров - ул «Бабич» фильмында Шәйехзада ролендә.
Туған милләте өсөн янып йәшәгән, ниндәй ҙә булһа рәсми дәрәжә­ләргә эйә булмаһа ла ике мөсәл ғүмерендә халыҡ шағиры­на әйләнеп өлгөргән Шәйехзада Бабич - халыҡ күңе­лендә, ил йөрәгендә... Яңы кинотаҫма ла ошо хаҡта һөйләй. Фильм башҡорт кинематографияһы тарихында донъя күргән тәүге художестволы тарихи картина булыуы менән дә үҙенсәлекле.
«Бабич» фильмы күҙ алдына бер  Шәйехзаданы ғына баҫтырмай. Картина Башҡортостан тарихына тос өлөш индергән шәхестәрҙе лә асып һала. Уларҙы ныҡлап белергә, танырға ирек бирә.
Башҡорт фильмдары республика кинотеатрҙарында әле генә тамамланмай. Тамашасының күпләп ағылыуы халыҡ һөйөүен яулауына ишара. Быны интернет киңлектәренә һалынған күпләп яҙма-фотолар аша күреп-белергә мөмкин. Әйткәндәй, Айнур Асҡаровтың "Өфөнән һөйөү менән" фильмында төшкән скутерҙы ла хәҙер күреү мөмкинлеге бар.
Интернетта ысынлап та, «Бабич» һәм «Өфөнән һөйөү менән» фильмдарына ҡарата баһалар ҙа күп төрлө.
Әлбиттә, фильмдарҙың киң прокатҡа бергә сығыуы осраҡлы түгел. Картиналарҙың  тулы метражда бер йылда төшөрөлөп тамашасыға тәҡдим ителеүендә дәүләт хуплауын табыуы ҙур этәргес булды. Халыҡ та үҙебеҙҙең ерлектә төшөрөлгән башҡорт фильмдарын түҙемһеҙлек менән көтөп алды алыуын, тик бына республиканың ҡайһы бер ҡала кинотеатрҙары унан баш тартып маташа.
«Бабич» фильмы буйынса ла бәхәс етерлек. Әлеге ваҡытта уны киң тамашасыға еткереү өсөн Сибай, Салауат ҡалалары кинотеатрҙары менән һөйләшеү алып барыла. Тик ыңғай яуап ҡына юҡ. Ни тиһәң дә, башҡорт кинематографияһы һуңғы ике аҙнала халыҡтың теленән төшмәгәндә, республиканың ҡайһы бер ҡалаларында күрһәтеүҙе кәрәк тип тапмау башҡа һыймай. Шулай ҙа мәсьәлә  ыңғай хәл ителер тигән өмөт бар. Моғайын, тамашасы үҙе лә быға битараф ҡалмаҫ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика