Башҡорт халыҡ мифологияһы нигеҙендә төшөрөлгән видеотаҫма

Башҡорт халыҡ мифологияһы нигеҙендә төшөрөлгән видеотаҫма 28.11.2014

Тиҙҙән милли кинематография режиссер Айнур Асҡаровтың  «Әсә» фильмы менән тулыланасаҡ. Яңы кино әҫәре өҫтөндә эш сентябрь айында башланғайны. Әлег ваҡытта фильмдың ижади төркөмө ҡорау һәм тауыш һалыу менән мәшғүл.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия  драма театры артисы Юлиә Ғәләүетдиноваға  үҙен кино сәнғәтендә тәүгә һынап ҡараған. Йәш актриса кинотаҫмаға төшкәндә лә, студияла тауыш һалғанда ла тулыһынса үҙе башҡарған образға инергә тырыша. Кәрәк саҡта илап йәки бөтә көсөңә ҡысҡырып та ебәреү еңелдән түгел. Әммә тауыш һалыу студияһында яңғыҙы  ғына саҡта артистка бар донъяһын онота .
Игеҙәктәр Айгиз һәм Нүргиз Такаловтар  «Башҡортостан» киностудияһы иғлан иткән кастингта ҡатнашыусы тиҫтәләгән йәштәштәре араһынан һайлап алынған. Малайҙар икеһе лә яҡшы уҡый, кикбоксинг менән шөғөлләнә. Улар шулай уҡ
«Байыҡ» республика телевизион конкурсы лауреаттары ла. Фильмда үҫмерҙәр  ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған балалар ролен оҫта башҡара.
«Әсә» фильмы Өфөлә, шулай уҡ Бөрйән һәм Нуриман райондарында өс ай эсендә төшөрөлгән.  Ижади төркөм ағзалары яңы әҫәрҙе  февраль айында тамашасы хөкөмөнә сығарырға  иҫәп тота.  
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика