Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары әкиәт донъяһына саҡыра 22.12.2014

Сәхнәлә «Бүре һәм ете кәзә бәрәсе» әҫәре яңыса сағылыш тапҡан.

Ҡурсаҡ театры фойеһында күркәм тамаша. Әкиәт геройҙары ҡупшы шыршы тирәләй балаларҙы уйната, йырлата һәм бейетә. Яңы йыл йомаҡтарын сисеү ҙә еңелдән түгел, һәр кем тәүгеләрҙән булып яуап ҡайтарырға тырыша. Байрамдың төп ҡунаҡтарын - Ҡарһылыу менән Ҡыш бабайҙы ла ҡыҙҙар-малайҙар ҙур ҡыуаныс менән ҡаршы алды.
Һуңынан балаларҙы тамаша залына – «Бүре һәм ете кәзә бәрәсе» спектаклен ҡарарға саҡырҙылар.Сценарий буйынса бүре Ҡыш бабай кейемендә яңғыҙ ҡалған кәзә бәрәстәрен алдарға маташа. Һәм был юлы ла маҡсатына ирешә. Әкиәттең заманса ҡоролошо, сағыу декорация,  ҡурсаҡтар - быларҙың барыһы ла уҡыусыларға күтәренке кәйеф, онотолмаҫ хәтирәләр бүләк итте.
Сәхнәләштереү иллюзия трюктары ярҙамында бара. Бүренең фокустары ла үҙенсәлекле. Был алымдарға артистарҙы Рәсәй һәм Европа илдәрендә киң билдәлелек яулаған фокус оҫтаһы, дю Солей циркы ҡатнашыусыһы Макс Брайт өйрәткән. Яҡшы таныш булған әҫәрҙә яңы персонаждар - Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа бар. Төп маҡсат  - йәш быуынды тәрбиәләү, уларға изгелек һәм яуызлыҡ төшөнсәләрен замансалаштырып аңлатыу.
Кәзә бәрәстәре алданһа ла, Яңы йылда бүләкһеҙ ҡалманы. Заманса ҡоролған әҫәр буйынса бүрене яман эштәргә төлкө әйҙәгән икән. Ҡыш бабай иһә был хәлгә ғәҙеллек индереп, йәшел шыршы янында яңынан байрам кәйефе булдырҙы.
Ниһайәт, изгелек яуызлыҡты еңде. Бүре үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы. Бөгөн ул кескәй дуҫтарын тылсым донъяһы менән таныштырҙы.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика